Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башҡортостан» гәзите менән берлектә тура бәйләнеш үткәрҙе

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башҡортостан» гәзите менән берлектә тура бәйләнеш үткәрҙе
Кисә «Башҡортостан» гәзите редакцияһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән тура бәйләнеш үткәрелде. Гәзиттең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов бөгөнгө осрашыуҙың мөһимлеген, мәҙәниәт өлкәһендә хәл ителәһе мәсьәләләрҙең күплеген билдәләп китте. Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса , Башҡортостан Президентының Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнәмәһендә мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Беренсе һорау ҙа нәҡ ошоға ҡағылышлы булды. Ниязбай Булатбай улының «мөрәжәғәтнәмәне нисек ҡабул иттегеҙ », тигән һорауына, Әминә Ивниевна «бик шатланып, сөнки унда мөһим мәсьәләләр күтәрелде» тине. 
Министр башҡарылған эштәр менән дә таныштырып үтте. Мәҫәлән, район хакимиәттәре менән мәҙәниәт усаҡтарын материаль-техник яҡтан тәьмин итеү буйынса эштәр башланған. Райондарҙан музыкаль инструменнтарға мохтажлыҡ кисергән мәктәптәрҙең исемлеге алынған, шуны иҫәпкә алып музыкаль мәктәптәрҙе инструменнтар менән тәьмин итеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт өлкәһендә бирелә торған грант тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уның күләме – 100 млн.! Аҡсаны заманса, шул уҡ ваҡытта мәғәнәле проекттар аласаҡ, был, әйтергә кәрәк, ижад кешеләренә ҙур стимул булып торасаҡ. Сәнғәт әһелдәренең бәкәленә һуҡҡан фатир мәсьәләһенә лә туҡталды Әминә Ивниевна. Хөкүмәт тарафынан аҡса бүленгән, әлеге ваҡытта өй төҙөлә. Уны ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айында тапшырасаҡтар. Сер түгел, артист халҡының эш хаҡы ҙур түгел, шуға ла был бик һөйөнөслө яңылыҡ. Йыл аҙағына эш хаҡы ла күтәреләсәк, тип ышандырҙы министр, ә инде 2018 йылға уның күләме 30 меңдән дә кәм булмаясаҡ. 
Осрашыуҙың зарурлығы шунда ла күренде – телефон тынманы. Министрҙан үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алырға теләүселәр күп булды. Мәҫәлән, Йоматау ҡасабаһынан Ләйсән Закирова ауылда клуб булмауына зарланды, ә унда 3500 кеше йәшәй. Әминә Ивниевна Мәҙәниәт министрлығы төҙөлөш буйынса яуап бирмәй, шуға бында район хакимиәтенең ҡыҫылышы кәрәк, әммә мин уның менән һөйләшермен, тип яуапланы. Өфөнән Әғзәм Ғәйфуллин башҡорттар әҙ йәшәгән Чебоксарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәргәнсе, Ырымбурҙа, Силәбелә үтһә яҡшыраҡ булмаҫ инеме, тип борсолдо. Әминә Шафиҡова ул төбәктәргә йыл һайын сығабыҙ, ә Сыуашстанда бындай сараның 30 йыл булғаны юк, тине. Драматургтарҙы үҫтереү тураһында һүҙ сыҡҡас, яңы быуын драматургтарын әҙерләү кәрәклеге әйтелде. Уңышлы драма әҫәре өсөн мәҙәниәт өлкәһендәге грантҡа дәғүә итергә мөмкин, тик драматургтар пассив, ғариза тапшырмайҙар, Яҙыусылар союзы ла был тәңгәлдә эшләп етмәй . «Башҡортостан» киностудияһы, ҡасандыр данлыҡлы башҡорт циркының проблемаларына ла иғтибар бүленде. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, уларға яңы һулыш өрөү маҡсатында аныҡ эштәр атҡарыла. Хөкүмәт ярҙамы менән киностудияға яңы корпустар бирелә. Бейеклек урамында администрация һәм ижади бүлектәр урынлашһа, Летчиктар урамында техник хеҙмәт һәм кино төшөрөү павильондары урын аласаҡ.
Тура бәйләнеш барышында куп проблемалар күтәрелде. Әминә Ивниевна барыһына ла төплө яуап бирҙе, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе үҙенең контроле аҫтына алды. Бәйләнеш бөткәндән һуң да, шылтыратыуҙар дауам итте. Улар барыһы ла теркәлеп, министрға барып етәсәк.
Сәғәт ярым эсендә бөтә һорауҙарға яуап биреп бөтөүе мөмкин түгел, әммә бындай бәйләнештәрҙең үтеүе ике яҡ өсөн дә бик файҙалы. Шуға ла йышыраҡ үтһен, тигән теләктә ҡалабыҙ, сөнки халыҡ әйтмешләй «кәңәшле эш - тарҡалмаҫ».
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb