“Мөхәббәт күле” спектакленең премьераһы үтте

“Мөхәббәт күле” спектакленең премьераһы үтте
Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Мөҙәрис Багаевтың“Мөхәббәт күле” спектакле премьераһы үтте. 
Тамашаның ҡуйыусы режисссеры – Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, 
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров,
Композитор – Илшат Яхин,
Хореограф – Рәмиҙә Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы.
Автор әҫәрендә көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға бәйләп милләтебеҙҙең бөгөнгө хәленең бер нисә проблемаһын асып һала. Башҡорт ауылдарының бөтә барыуы, еребеҙгә, һыуыбыҙға ҡул һонған сит милләт байҙары, шуларға аҡсаға һатылған урындағы етәкселәрҙең мәкерлеге лә асыҡ һүрәтләнә. Ҡалала түрәлек вазифаһын биләп, бай, етеш тормошта йәшәп тә, атайҙарын ҡарттар йортона алып барып ташлаған мәрхәмәтһеҙ балалар хаҡында ла бәйән ителә. Ғүмер буйы ситтә йөрөп, ҡартайған көнөндә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән әбейҙәр ҙә тамашаға йәм өҫтәй.
Төп ролдәрҙе БР халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев (Хәким), Фәтих Ҡолһарин (Кәбир), Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов (Ғабдулла), республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина башҡарҙы. 
Салауат сәхнәһендә премьера ике көн дауам итте. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр тамашала зал шығырым тулы булды. Ә артистар иһә Татарстанға гастролгә юлланды. Мөғжизәле “Мөхәббәт күле”нә сумыуҙан башланған миҙгелдең уңышлы булырына шик юҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb