Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҡыуҙары үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 25 сентябрь 2012
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҡыуҙары үтте
Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбендә мәғрифәтсе, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа арналған уҡыуҙар үтте. Күләмле сарала ҡатнашыусылар шиғыр, проза, публицистик эҙләнеүҙәрҙән торған сығыштар тәҡдим итте.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҡыуҙары мәғрифәтсенең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан сара күрше Бишауыл-Уңғар мәктәбендә дауам итте.
Өмөтбаев уҡыуҙарында 15 -кә яҡын ҡатнашыусы сығыш яһаны. Мәктәп уҡыусыларынан йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тиклем һәр кем арҙаҡлы шәхестең ижадын һәм тормош юлын сағылдырған ғилми эҙләнеүҙәрен тәҡдим итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, докладтар бер-береһен ҡабатламай, һәр береһе мәғрифәтсенең киң яҡлы эшмәкәрлегенә тәрән анализ бирә.
Ибраһим ауылы халҡы данлы ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана, уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән урында аныҡ эш алып бара. 140 йорт иҫәпләнгән ауылда мәсет, мәғрифәтсенең йорт-музейы урынлашҡан.
Бөйөк мәғрифәтсе, тәржемәсе, публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙың сығыштары киләсәктә бер китап булып баҫыласаҡ. Тыуған ерҙе, телде һаҡлауға йүнәлтелгән сара артабан да дауам итәсәк, тигән өмөттә ойоштороусылар.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө