2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Нәжмиҙе юҡһынып...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 09 октябрь 2012
Нәжмиҙе юҡһынып...
Халыҡ хәтеренә мәңгегә уйылған РСФСР-ҙың Максим Горький, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең арабыҙҙан китеүенә ун өс йыл да үтеп киткән. Башҡорт шиғриәтенең яҡты йондоҙҙарының береһе булған оло әҙиптең йырҙары телевизор, радио аша әлегәсә ҡабат-ҡабат яңғырап тороуы, иң күренекле йырсыларҙың репертуарында уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың быуындан быуынға күсеп, ныҡлы урын алыуы үҙе генә лә бик күпте аңлата. Ә инде шиғриәт һөйөүселәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Уның ихлас лирикаһы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған шиғырҙары, поэмалары әҙәбиәтебеҙҙең иң юғары ҡаҙаныштары иҫәбендә.
Шағирҙы яҡташтары ла, ҡәләмдәштәре лә һәр саҡ юҡһынып йәшәй. Шуға ла Яҙыусылар союзы идараһы Дүртөйлө районы хакимиәте менән берлектә сентябрь башында шағир хөрмәтенә әҙәби осрашыу кисәләре уҙғарҙы.
— Шағир үҙе иҫән саҡта ла Дүртөйлө ере был хәтлем яҙыусыларҙы күргәне булмағандыр, — тип ҡаршыланы, үҙенең сикһеҙ шатлығын белдереп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәсәнов.
Ысынлап та, районға Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе шағир Риф Тойғон етәкселегендә, урындағы әҙәбиәтселәрҙе лә иҫәпләгәндә, өс тиҫтәгә яҡын әҙип килде.
Яҙыусылар туп-тура Дүртөйлөнөң үҙәгендәге мәҙәниәт һарайы алдына — шағирҙың мөһабәт һәйкәле янына туҡтаны.
Ҡаланың шиғриәт һөйөүселәре бында эркелешеп иртүк килгәйне. Яҙыусылар һәйкәлгә сәскә һалғас, тулҡынландырғыс һәм һағышлы рухта сығыш яһаны.
Һәйкәл янындағы митингта Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, күптәрҙең оло шағирға оло һөйөүен белдереп, йөрәк һүҙҙәрен әйтте.
Унан һуң ҡунаҡтар шағирҙың тыуған ауылы Миңештегә юлланды. Улар Назар Нәжмиҙең тау башындағы ҡәберенә сәскә һалды, йорт-музейында булды.
Район үҙәк китапханаһында үткән йомғаҡлау кисәһендә Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғон, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, ғалимә Мәҙинә Хәмиҙуллина, яҙыусылар Мөкәрәмә Садиҡова, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, Дүртөйлө шағиры Рафаэль Хафизов Назар Нәжми ижадының әһәмиәте хаҡында төплө фекерҙәр әйтте, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Осрашыуҙарҙы үткәреүҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәсәнов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Азамат Ғилманов һәм һәүәҫкәр сәхнә оҫталары тос өлөш индерҙе. Сығанаҡ:
«Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө