«Республика Башкортостан» гәзите Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Нәзифә Ҡадированы мәрхәмәтлеге, халыҡсанлығы, үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн «Йыл кешеһе» тип атаны.
“Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған”, “Башҡортостандың халыҡ артисы”, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Жәүәт ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Легендар йырсыға артабан да ижади ҡаҙаныштар, йырлы юлдар теләйбеҙ!
Ун ете генә йәшендә профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡан йырсы һаман да дәртләнеп ижад итә. Танылған музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән яңынан-яңы программалар өҫтөндә эшләй. Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Низаметдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Илшат Хәлилов һәм башҡа композиторҙарҙың йырҙарын беренсе булып ул башҡарҙы. “Мандолина”, “Уяныр сәскәләр”, “Сейәлетау”, “Һағындым шулай”, “Ниңә һин йырым түгел?” йырҙары популяр. Уның репертуарында халыҡ йырҙары ла ныҡлы урын алған. Башҡа төр жанрҙа ла ҡыйыу эшләй Нәзифә Жәүәт ҡыҙы. Салауат Низаметдинов уның өсөн рок-опера яҙҙы. “Звезда любви” (“Мөхәббәт йондоҙо”) музыкаль әҫәрендә Әсә образы бик уңышлы булды.
Ниндәй генә дан-шөһрәт ҡаҙанмаһын, Нәзифә Жәүәт ҡыҙы ябай, ярҙамсыл һәм ихлас кеше булып ҡала. Төп хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эштәрен дә алып бара. Филармонияның профсоюз комитеты рәйесе лә, ҡала Советы депутаты ла булды. Әлеге ваҡытта – филармонияның ветерандар советы рәйесе.
Ғөмүмән, “Йыл кешеһе” тип баһаланған замандашыбыҙ – башҡаларға ҙур өлгө.