Наил Ғәйетбаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде

Наил Ғәйетбаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев указына ярашлы билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Наил Ғәйетбаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем бирелде. Документта әйтелгәнсә, был юғары исемгә Наил Ғәйетбаев «мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн» лайыҡ булды. Наил Ғәйетбай мәҙәниәт министрының урынбаҫары булараҡ (1992—1998 й.) «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә. 17 китап, 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы Наил Ғәйетбайҙы бындай юғары исем алыуы менән ҡотлай һәм артабанғы ижади уңыштар теләй.

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb