Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Наҙлы йөрәк серен асҡанда»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 05 март 2013
«Наҙлы йөрәк серен асҡанда»
5 март «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Наҙлы йөрәк серен асҡанда» исемле моң һәм илһам шишмәһе үтте. Матур байрамды БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо. Байрам сараһының сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Сулпан Асҡарова.
Был кистә «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында алма төшөрлөк тә урын булманы, тип әйтһәк һис тә арттырыу булмаҫ. Йыр-моң һөйөүселәр яратҡан шағирәләребеҙ, Республиканың Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова башҡарыуында моңло ла, һағышлы ла шиғырҙар, уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар тыңлап кинәнде. Шағирәләр мөхәббәт, ғаилә, заман, тыуған яҡ, әсә һәм бала, мили темаларҙы яҡтыртҡан шиғырҙарын яңғыратты, улар тамашасының күңеленә май булып яғылды, сәмлене уйға һалды, ғәмһеҙҙе вайымһыҙлыҡтан уятты. Вәхит Хызыров, Венера Юлгилдина, Искәндәр Ғәзизов, Иҙел Нүрғәлин, Гөлдәр Ишҡыуатова «Тамыр» балалар студияһы сығыштарын тамашасы йылы ҡабул итте. Алып барыусылар Хөрмәт Үтәшев һәм Ирада Фазлаева шағирәләрҙең донъялағы әһәмиәте, илһам шишмәһе сығанағы, күңел сафлығы хаҡында һорауҙарға яуаптар эҙләне. Шағирҙарҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк, сөнки улар бөтә донъяны мең-мең нур менән семәрләп, уратып алып, изгелек нурҙарын сәсәләр тигән фекер кисә барышында ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтте.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө