Нефтекама ҡалаһының «Виктория» ансамбле бәйгелә ҡатнашты

Нефтекама ҡалаһының «Виктория» ансамбле бәйгелә ҡатнашты
Декабрҙә Томск ҡалаһында эстрада-спорт бейеү балалар коллективтары араһында беренсе Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы үтте. Нефтекама ҡалаһының «Виктория» ансамбле лә бәйгелә ҡатнашты.
Томск ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Һәр коллектив конкурсҡа икешәр номер алып килде. Балалар коллективтары ике төркөмгә бүленде - туғыҙ йәштән ун бер йәшкә тиклем һәм ун ике йәштән ун дүрт йәшкә тиклем.
Конкурсанттарҙы профессиональ жюри ағзалары баһаланы, улар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм билдәле балетмейстерҙар ҙа булды. «Виктория» ансамбле 5 номер тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама бейеүселәре дүрт награда яуланы. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb