Нефтекамала «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале үтте

Нефтекамала «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале үтте
Нефтекамала «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестиваленең зона концерты үтте.
Һайлап алыу турында республиканың 12 төньяҡ-көнбайыш районынан вәкилдәр ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың сығыштарына юғары баһа бирҙе һәм 8 июндә Өфөлә үтәсәк фестивалдең гала-концертында ҡатнашыу өсөн иң сағыу номерҙарҙы һайлап алды. Йомғаҡлау концертында вокал, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, әҙәби әҫәр уҡыу һәм оригиналь жанр буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.
Фестивалдең киләһе зона концерттары 17 апрелдә — Дыуан районы Мәсәғүт ауылында, 19 апрелдә — Туймазы ҡалаһында, 24 апрелдә — Мәләүездә, 26 апрелдә — Сибайҙа, 17 майҙа — Өфө районында һәм 22 майҙа Өфөлә үтәсәк.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb