«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған байрам үтте

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған байрам үтте
21 февралдә, Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған кисә үтте. Был дата 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды һәм йыл һайын билдәләнә.
Байрамдың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)», «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге.
Байрамға килеүселәрҙе фойела милләтебеҙҙең телен һүрәтләгән бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Күргәҙмәне Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, «Киске Өфө», «Йәншишмә», Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты һ.б. ойошторған.
БР Мәғариф министры Әлфис Суфиян улы Ғаязов әйтеүенсә, бөгөнгө көндә 6000 меңдән ашыу милләт үҙенең тел байрамын уҙғара. Телдә, көҙгөләге һымаҡ, теге йәки был халыҡтың күңеле, уның рухи донъяһы асыҡ сағыла. Шуның өсөн дә төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең телен һаҡлау, үҫтереү, пропагандалау өсөн күп көс һала, – тине ул.
БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев үҙенең сығышында, һәр милләт үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәтен бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш. «Илем, халҡым, телем» тип янып йәшәгән әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл 80 йыл тулды. Ошо уңайҙан ғинуар һәм февралдә төрлө мәҙәни саралар үтте, - тине, һәм «Туған тел» шиғырын һөйләне.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Салауат Юлаев исемедәге премия лауреаттары Хәсән Назар, Факиһа Туғыҙбаева үҙҙәренең тел тураһында ялҡынлы шиғырҙары менән сығыш яһанылар.
Шулай уҡ концертта республикабыҙҙың билдәле артистары Нәзифә Ҡадырова, Гүзәл Үлмәҫҡолова, Искәндәр Ғәзизов, Венера Рәхмәтуллина, Айгиз Ғиззәтуллин, Ришат Рәхимов һәм ҡалабыҙҙың мәктәп уҡыусылары сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Маңҡортлоҡ халыҡты юҡҡа сығара. Сараны ойоштороусыларҙың фекеренсә бындай сара беҙгә күтәренке кәйеф кенә бүләк итеп ҡалмаҫ, ә туған телебеҙгә ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттырырға, халыҡтар дуҫлығын нығытырға ярҙам итер.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb