«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында композитор Урал Рәшитовтың 50 йәшенә арналған юбилей-концерты үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина юбилярҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.