Нинель Юлтыева арабыҙҙан китте

Нинель Юлтыева арабыҙҙан китте
Рәсәйҙең профессиональ сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе – 23 ноябрь 89-сы йәшендә РСФСР-ҙың, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының халыҡ артисткаһы, билдәле балерина, педагог һәм хореограф Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева арабыҙҙан китте.
Н.Д. Юлтыева 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә, билдәле башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ғаиләһендә донъяға килә. 1941 йылда Ленинград хореография учлищеһын тамамлағандан һуң биш йыл дауамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Һуңынан Ҡазан ҡалаһына күсә һәм М.Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында прима-балерина һәм художество етәксеһе булып эшләй. Ҡазан мәҙәниәт институтында уҡыта, Ҡазан хореография училищеһында художество етәксе вазифаһын башҡара.
Нинель Дауыт ҡыҙы юғары мәҙәниәтле, эскерһеҙ, үҙенә һәм эшенә талапсан, һайлаған профессияһына тоғро кеше булып хәтерҙә ҡалыр.
Мәрхүмә менән хушлашыу 25 ноябрь Ҡазан ҡалаһына үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb