«Нур» театрында «Кызыл таң»дың йырлы кисәләре» үтә

«Нур» театрында «Кызыл таң»дың йырлы кисәләре» үтә
Бөгөн Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Дүртөйлө районы сәнғәт оҫталары концерты үтәсәк. Сара «Кызыл таң» республика гәзите редакцияһы башланғысы менән ойошторола. Был гәзит тарафынан «Нур» театрында үткәрелгән икенсе бындай ҙур концерт. Тәүге сара теүәл бер ай элек үткәрелде, унда Тәтешле районы оҫталары ҡатнашты. Өфөлөләр концертты һаман ҡыуанып иҫкә ала. «Кызыл таң»дың йырлы кисәләре» исеме аҫтында уҙғарылған концерттар матур йолаға әүерелә. Бөгөн тәтешлеләрҙән һуң «Нур» театры сәхнәһенә дүртөйлөләр күтәреләсәк. Ә 16 апрелдә, «Кызыл таң» гәзите редакторы Фаил Фәтхетдинов хәбәр итеүенсә, Өфөгә Илеш районы вәкилдәре киләсәк. Республиканың тиҫтәләгән районы был проектта ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Шулай итеп, сараны үҙенсәлекле фестиваль тип тә атарға була.
Мәҙәни сараның үҙенсәлеге шунда, район сәнғәт оҫталары баш ҡалала йәшәүселәргә, тәү сиратта яҡташтарына «сәхнә күстәнәстәре» менән килә. Шулай уҡ ҡунаҡҡа килеүсе төбәктең социаль-көнкүрешен, уңыштарын һәм үҙенсәлеген тасуирлаған күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Әйткәндәй, «Кызыл таң»дың йырлы кисәләре» ысын мәғәнәһендә республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырыусы һәм туған Башҡортостаныбыҙ гүзәллеген кәүҙәләндереүсе тарихи бер сара ла булып тора. Сөнки «Нур» театры сәхнәһендә төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙар, төрлө халыҡ бейеүҙәре – барыһы ла бер маҡсатҡа – уртаҡ йортобоҙ Башҡортостанда именлекте, татыу тормошто һәм милләттәр араһында ысын дуҫлыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb