Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 29 март 2013
Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы
29 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы үтәсәк.
Тәбиғәт актрисанан талантты, матурлыҡты, һөйкөмлөлөктө һис йәлләмәгән, ул һынландырған образдар меңәрләгән тамашасының күңелендә һаҡлана. Ниндәй характерлы ғына ролдәр булмаһын, Нурия Исхаҡ ҡыҙы еренә еткереп уйнай, образды тулыһынса асырға тырыша. Актрисаның сәхнәгә хеҙмәт итеүенә 50 йылға яҡын, ошо йылдар эсендә Нурия Ирсаева 100 яҡын ролдәрҙә уйнаған, әйтергә кәрәк, уларҙың күбеһе төп ролдәр.
«29 март үтәсәк был кисә бик матур булмаҡсы, сөнки унда минең иң яҡын кешеләрем, коллегаларым һәм әлбиттә яратҡан тамашасым буласаҡ», – ти халыҡ артисткаһы.
Юбилей бенефисы 2 бүлектән торасаҡ: 1 бүлектә тамашасы Т.Миңнуллиндың «Хушығыҙ!» лироко-романтик драмаһын күрәсәк, 2 бүлектә Нурия Ирсаева уйнаған спектаклдәрҙән монологтар яңғыраясаҡ.
Автор: Рита Хәсәнова
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө