Нурлы ҡояш, тулған ай һәм ун бер йондоҙ…

Нурлы ҡояш, тулған ай һәм ун бер йондоҙ…
19 декабрҙә йылдың һуңғы премьераһы! «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Ю.Сафиуллин нсценировкаһы, режиссеры – Олег Ханов) - бөйөк фекер эйәһе Ҡол Ғәлиҙең «Йософ китабы» буйынса спектаклдең донъя күреүе республикабыҙҙың сәнғәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәренә затлы, мәртәбәле Яңы йыл бүләге буласаҡ.

Быуаттар аша беҙгә килеп еткән «Йософ ҡиссаһы»ның сәхнәбеҙҙә рийәүәт итеп һөйләнеүе, улай ғына ла түгел төп идеяның музыка, йырҙар аша, көнсығыш ритмдарына һалынған бейеүҙәр менән байытылып (композиторы - Урал Иҙелбаев, хореографы – Сулпан Асҡарова), заманса сәхнә алымдары, таң ҡалырлыҡ, зиннәтле костюмдар ҡулланып бирелеүе (рәссамы – Альберт Нестеров, рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Саяхов) иң талапсан тамашасының да зауығын ҡәнәғәтләндерер кимәлдә уйланылған. Боронғо мөхәббәт поэмаһындағы төп фекер, бөйөк Ҡол Ғәли һүҙе тамашасыға аңлайышлы һәм ул йөрәктәргә үтеп инә.

Автор: Регина Макаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb