Быуаттар аша беҙгә килеп еткән «Йософ ҡиссаһы»ның сәхнәбеҙҙә рийәүәт итеп һөйләнеүе, улай ғына ла түгел төп идеяның музыка, йырҙар аша, көнсығыш ритмдарына һалынған бейеүҙәр менән байытылып (композиторы - Урал Иҙелбаев, хореографы – Сулпан Асҡарова), заманса сәхнә алымдары, таң ҡалырлыҡ, зиннәтле костюмдар ҡулланып бирелеүе (рәссамы – Альберт Нестеров, рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Саяхов) иң талапсан тамашасының да зауығын ҡәнәғәтләндерер кимәлдә уйланылған. Боронғо мөхәббәт поэмаһындағы төп фекер, бөйөк Ҡол Ғәли һүҙе тамашасыға аңлайышлы һәм ул йөрәктәргә үтеп инә.
Автор: Регина Макаева