Олег Хановҡа юғары театрал награда – Станиславский исемендәге премия тапшырылды
22 декабрь Мәскәү ҡалаһында Халыҡ-ара Станиславский премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. «Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында Мәжит Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе һәм артисы Олег Ханов бүләкләнде.
Ошо уҡ наградаға билдәле йәш кино һәм театр актеры Данила Козловский лайыҡ булды. Йәмғеһе 11 номинацияла 12 театр эшмәкәре бүләкләнде.
Халыҡ-ара премия абруйлыларҙан һанала, ул 1994 йылда булдырылған һәм быйыл 19-сы тапҡыр үтте. Ул ижады уңыштар өсөн артистарға, режиссерҙарға, театр белгестәренә, сәнғәт уҡытыусыларына бирелә. Жюри составында билдәле сәнғәт әһелдәре. Жюри рәйесе Людмила Максакова «Премия ысынлап та лайыҡ кешеләргә генә бирелә», тине. Бөгөнгө көндә 200 яҡын премия лауреаттары иҫәпләнә.
Лауреаттарға арналған йыйынтыҡта әйтелеүенсә, Олег Ханов был баһаға «һуңғы йылдарҙа тыуҙырған ролдәре өсөн бирелә» тиелә. Премияның тәүге тапҡыр провинция театры артисына бирелеүе лә иғтибарға лайыҡ.
Олег Хановты лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҙур ижади уңышлыҡтар һәм яңынан-яңы ҡыҙыҡлы ролдәр теләйбеҙ!