Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм почетлы исемдәр бирҙе.
Улар араһында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Салауат Асҡаров. Ул «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды.
Салауат Әхмәт улы Асҡаров – Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлаған. 2006 йылда «Алтын битлек» Милли театр фестивалендә ҡатнашҡан.
Бөгөнгө көндә артист театр спектаклдәрендә, яңы постановкаларында сығыш яһай. 1988 йылдан Салауат Асҡаров З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта.
Автор: Людмила Терновая