Осрашыу майҙаны – Ғ. Камал театры

Осрашыу майҙаны – Ғ. Камал театры
13 март Ҡазан ҡалаһында Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк гастролдәр (3-8 апрель) алдынан театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, артистар Сара Буранбаева һәм Фирүзә Аллаярова Татарстан Республикаһының матбуғат баҫмалары, радио һәм телевидение, интернет-газеталар журналистары менән осрашты.
Матбуғат конференцияһында журналистар М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының гастроль репертуары менән ҡыҙыҡһынды, бөгөнгө ижадына бәйле төрлө һорауҙар бирҙе.
Ғ. Камал театры менән беҙҙе күптәнге ижади дуҫлыҡ бәйләй. Ҡазанда театрыбыҙҙы һәр саҡ көтөп алған талапсан тамашасыбыҙ бар. Был юлы ла театр ут күршеләргә үҙ репертуарынан популяр, премьера спекталдәрен, бай гастроль программаһы тәҡдим итә.
Осрашыуҙа тиҙҙән Ҡазан тамашасыһы алдында уйналасаҡ спектаклдәр видеояҙмаларынан фрагменттар күрһәтелде һәм был барлыҡ труппаның тамашасыға гастроль алдынан ҡайнар сәләме булып яңғыраны.
Журналистар менән осрашыуҙан һуң театрыбыҙ вәкилдәре билдәле сәхнә оҫтаһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әзһәр Шакировтың 75 йыллыҡ юбилей тантанаһында ҡатнашты.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb