Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Осрашыуҙар күңелдәрҙе байыта
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Осрашыуҙар күңелдәрҙе байыта
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә быйыл донъя күргән Ринат Камаловтың “Кеше драмаһы” романы һәм “Биҙәктәр” дөйөм йыйынтығының исем туйы уҙғарылды.
Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, күренекле проза оҫтаһы Ринат Камаловтың “Кеше драмаһы” исемле китабы тиҙ арала үҙ уҡыусыларын тапты. Яҙыусы романдың яҙылыу тарихын, китапҡа ингән шәхестәр хаҡында ентекләп һөйләне.
“Биҙәктәр” исеме менән 10 авторҙың әҫәрҙәрен туплаған йыйынтыҡ республикабыҙҙың төрлө райондарынан, төрлө һөнәр эйәләренең әҫәрҙәрен берләштерә. Уларҙы әҙәбиәткә һөйөү берләштерә тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Баҫмаға ингән әҫәрҙәрҙең авторҙары Дауыт Амангилдин, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Бибиямал Йосопова, Гөлкәй Исмәғилова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәүлит Кәримов сығыштарында ижадтары тураһында һөйләне.
Презентацияла шулай уҡ китаптары уҡыусылар араһында киң танылыу яулаған авторҙарыбыҙ Гөлнур Яҡупова, Тамара Ғәниева, Лира Яҡшыбаева ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова моңло тауышы, ҡабатланмаҫ сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен әсир итте. Баянсы Фирдус Шәрифуллин кисәбеҙҙе бермә-бер йәмләне. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Китап һөйөүселәр өсөн автографтар алырға һәм авторҙар менән яҡындан аралашырға ла мөмкинлек булды. Сара матур үтте, авторҙар һәм тамашасылар илһамланып, күңелдәрҙе байытып ҡәнәғәт таралышты.
Сығанаҡ: "Китап" нәшриәте.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө