“Осҡон”дар осҡон сәсә

“Осҡон”дар осҡон сәсә
Иҫке Собханғол ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе гел генә шау-гөр килеп тора. Музыка, бейеү, рәсем төшөрөү һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтәләр бында. Сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” өлгөлө балалар ансамбле айырыуса уңышлы эшләй. Районда ғына түгел, республикала ла беләләр уны. Төрлө халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарған ҡыҙҙар һәм малайҙар төбәктәге һәр төрлө конкурста ихлас ҡатнаша, призлы урындар яулай. Әйтәйек, Ейәнсура районында үткән төбәк-ара бәйгелә малайҙар, “Йәш мортазинсылар” бейеүен башҡарып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ансамблдә шөғөлләнеүселәр “Байыҡ” республика балалар конкурсынан да ҡалмай, быйыл да көс һынашырға ниәттәре бар.

Ансамблдең етәксеһе Марсель Мөхәмәтғәлин әйтеүенсә, Бөрйәндә үткән бер сара ла “Осҡон”доң йәш бейеүселәренән тыш уҙмай. Әлбиттә, был төбәк мәҙәниәтенең, сәнғәтенең, йолаларҙың ныҡлы тамырлы икәнлеген күрһәтә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb