Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Оҫта китте – моңо ҡалды
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 июль 2014
Оҫта китте – моңо ҡалды
Үҙе иҫән саҡта бик сығарғыһы килде был китабын. «Ҡайҙа баҫтырырға була?», «Күпмегә төшә?» тип миңә шылтыратып та кәңәшләште. Ул өлкәлә тәжрибәм юҡлыҡтан, әллә ни ярҙам да итә алманым. Һүҙ күренекле композитор, бер йыл элек арабыҙҙан киткән Салауат Низаметдинов һәм уның «Тәүбә» исемле китабы хаҡында бара.
Композитор «Тәүбә»һе
Республика һуҡырҙар китапханаһында үткән хәтер кисәһендә был йыйынтыҡтың ҡулъяҙмаһы уларҙа булыуын белгәс, директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминеванан бер нисә көнгә генә биреп тороуын үтендем. Ләкин тотошлайы менән танышып сығырға көсөм етмәне. Салауатты юғалтыу һағышы шул тиклем көслө ине, ҡулъяҙмаһының һәр һүҙенән, һәр битенән үҙе ҡарап, үҙе һөйләп торған кеүек булғас, кире өҫтәл тартмаһына һалып ҡуйҙым. Болоҡһоу саҡта йәнә алам да, бер аҙ уҡып, тағы һалам. Шулай итеп, ҡулъяҙмаһын башынан аҙағына тиклем эҙмә-эҙлекле генә итеп уҡып сығырға тура килмәне – китапхананан кире һорап алдылар.
Һәм бына, ниһайәт, Салауат Низаметдиновтың ҡатыны Резеда ханымдың тырышлығы менән, вафатына бер йыл тигәндә, китап донъя күргән. Егерме ике бүлектән торған йыйынтыҡта композитор үҙенең бала сағынан, мәктәп йылдарынан алып нисек ижадҡа килеүе, юлында осраған изгелекле кешеләр, уҡытыусылары, остаздары, дуҫтары, рухташтары тураһында һөйләй. Тормошондағы тәүге юғалтыуҙары, беренсе уңыштары, йыр һәм опера жанрында нисек эшләүе, республиканың Композиторҙар союзына етәкселек итеүе, ижад кешеләренең үҙ-ара мөнәсәбәте, мәҙәниәт торошо хаҡында уйҙары, хыялдары һүрәтләнә. Йәшлек хаталарын да, ғаилә тормошон да, яҙмышындағы яҙлыҡҡан мәлдәрен дә йәшермәй – уҡыусы алдында ысын мәғәнәһендә тәүбәгә килеп, булмышын асып һала.
Ҡайһы бер кешеләр әйтеүенсә, бәлки, бәхәсле урындары ла юҡ түгелдер. Әммә Салауаттың һөйләгәнен ҡағыҙға күсергән музыка белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова белдереүенсә, китап Салауат хаҡында түгел, ул – Салауаттың китабы. Кем һөйләй – шул хаҡлы, тиҙәр. Тимәк, был китап та – Салауаттың хәҡиҡәте, уның дөрөҫлөгө.
Салауатһыҙ бер йыл
Һәр концертында яңғыраған «Ашығамын» тигән йыр Салауат Низаметдиновтың тормош девизына әйләнгән һымаҡ ине. Күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған ул. Яңы йыр ижад итһә, тиҙерәк берәйһенә биреп, тамашасыларға еткергеһе килде. Йыл да, моң һөйөүселәр алдында ижади хисап тотҡан кеүек, концерттарын ойошторҙо. Халыҡ менән осрашыуҙарға ихлас йөрөнө. Минең 50 йәшлек юбилейымда, алыҫ тип тормай, тыуған яғым – Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында, ҡасандыр мин белем алған, әле күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары алдында, фортепьяноһы ла булмаған ауыл клубында тегеләрҙең баянында, синтезаторында уйнап яҡташтарымды ҡыуандырҙы. Ә инде «Һуғыш балалары – тарих яралары» тигән китабымдың исем туйын үткәрергә Өфөләге ҡарттар йортона барып, инвалид, бер аяғы протез Валентин Андреевич Поляковтың аккордеонына ҡушылып, пианинола уйнап, уларҙың йәшлек йырҙарын башҡарыуы мәңге оноторлоҡ түгел. Ә бит ҡайһы бер дуҫ тип аралашып йөрөгән артистар ҙа кисәмдә ҡатнашҡан өсөн аҙаҡ аҡса һорауҙан тартынманы. Салауат иһә үҙ машинаһында килеп, сығыш яһап, хатта сәй эсергә лә ҡалып тормайынса, ашығыс эштәр көтөүен әйтеп, тиҙерәк кире Өфөгә юлланды.
Салауатһыҙ бер йыл. Нисек үтте ул? Үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, әйтерһең дә, ваҡытлыса ҡайҙалыр киткән кеүек кенә. Сөнки яңынан-яңы ижады һаман тамашасыларҙы ҡыуандыра, уйландыра, шомландыра. Бигерәк тә уҙған йылдың аҙағында, 20 – 21 декабрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында үткән «Мин һине шундай яратам» тигән операһын тыңлаған кешеләр күҙ йәштәренә төйөлөп, тетрәнеп сыҡты. Был әҫәр – Салауат Низаметдиновтың һуңғы ижади эше. Һигеҙенсе операһы.
Нимәһе тетрәндерҙе һуң был әҫәрҙең?! Н. Саймон, А. Соколова, Эдуардо де Филиппо, Григорий Горин, Исидор Шток кеүек Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәренән, шулай уҡ Рөстәм Ғәлиевтең шиғырҙарынан ижад ителгән либретто беҙ быға тиклем күреп өйрәнгән ғәҙәти операларға оҡшамағайны. Уның жанрын «опера фристайлы» тип билдәләүҙәренән үк ябай түгеллеге күренеп тора ине. Йырсылар, драма актёрҙары кеүек, һөйләп тә сығыш яһай.
Тамашаға килгәндәрҙе ожмахтың тыйылған емеше – алма менән ҡаршыланылар, залға үткән һәр кешегә берәр алма тотторҙолар. Ғәжәпләнеберәк ҡалған тамашасылар сәхнәләге ҙур алма рәүешендә эшләнгән декорацияны күреп, донъялағы мәңгелек хис – Әҙәм менән Һауа, йәғни ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһындағы мөхәббәт хаҡындағы әҫәр булыуын аңлай. «Кешеләр, бер-берегеҙҙе яратығыҙ!» тип бөтә тамаша. Был тауыш сәхнәнең төрлө яғынан яңғырап, залдың төрлө мөйөшөнә тарала. Хас та эргәңдә ултырған күршең әйтә ошо һүҙҙәрҙе һиңә.
Әҫәрҙә геройҙарҙың Юғары көс менән әңгәмә алып барыуҙары, геройҙарҙың береһенең сәхнәлә йөрәген тотоп йығылыуы авторҙың үҙенең тамашасылары менән хушлашыуы кеүек ҡабул ителде…
Салауат Низаметдинов «Мементо» операһын яҙғанда ла геройҙары яҙмышын йөрәге аша үткәреп, улар менән бергә алты тапҡыр «үлеп», алты тапҡыр ҡабат «терелә». Хатта уға: «Был темаға артыҡ күп ҡағылма, юғиһә, геройҙарыңдың яҙмышы үҙеңдә ҡабатланыуы ихтимал», – тип әйтеүселәр ҙә була. «Тәүбә» китабында Салауат Гогендың түбәндәге һүҙҙәрен килтерә: «Һыҙланыу-ғазаптар талантты көсәйтә. Әммә улар артыҡ күбәйеп китһә, талантты үлтерә». Ижад кешеһе бәхетле була алмай. Ләкин мин йәшәргә теләйем әле. Үҙемә тәғәйенләнгәнде эшләргә тейешмен. Мин быны беләм һәм ышанам».
«Мин һине шундай яратам» операһы Салауат Низаметдиновтың һуңғы ижад емеше, «аҡҡош йыры» булып ҡалды.
Композитор үҙенең тыуған көнөндә йыл да концерт менән сығыш яһай торғайны. Һуңғыһы данлыҡлы яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдинов менән берлектә үтте. Аҙаҡҡы бер нисә йылда уларҙы ижади дуҫлыҡ бәйләне, байтаҡ йырҙарын Татарстан халҡы яратып ҡабул итте.
Быйылғы тыуған көнө унһыҙ ғына уҙҙы. Әммә йола һаҡланып ҡалды. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, танылған режиссёр Зөлфиә Ҡолдәүләтова һәм музыка белгесе, журналист Миләүшә Иҙрисова сценарийы менән 3 мартта Өфө халҡы композитор менән яңынан осрашты. Эйе, осрашты тип яҙыуымда бер ниндәй ҙә хата юҡ. Сәхнә асылыу менән экрандан тере Салауат һөйләне, йырланы. Әйтерһең, ул һаман да тамашасылары менән, улар араһында. Салауаттың бик күп йырҙарын тап ул теләгән көсөргәнештә башҡара алған Әлфиә Юлсуринаның башланғысы менән үткәрелгән бындай концерттар, киләсәктә йолаға инеп, йыл да дауам итер, тип ышанабыҙ.
Салауат Низаметдиновтың «Тәүбә»һе һуҡырҙар китапханаһында тауыш менән яҙылған. Уны яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм уҡыусылар килеп тыңлай ала. Бында шулай уҡ «Ялан сәскәләре», «Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм» исемле йыр китаптары, аудио-видеояҙмалары, буклеттары, композитор хаҡында сыҡҡан төрлө матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләр, үҙенең интервьюларынан төҙөлгән күргәҙмә эшләнгән. «Оҫта китте – моңо ҡалды» тигән виртуаль күргәҙмә менән дә китапхананың сайты аша танышырға мөмкин.
Был тормошта бөтә кеше лә тәүбәһенә килмәй, бының өсөн рухи көс тә, башҡалар алдында ихлас булып ҡала алыр йөрәк тә кәрәк. Ә бит күптәр иҫтәлектәр, көндәлектәр, хәтирәләр яҙғанда ла тулыһынса асылып китмәй. Салауат иһә үҙенең китабында нисек бар – шулай күҙ алдына килеп баҫа, бер кемгә лә оҡшарға ла, ярарға ла тырышмай. Йәл, үҙе генә ҡулына тота алманы был китабын. Хәҙер инде ул тереләргә әйтер һүҙе, аманаты булып ҡалды.
Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө