Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Палдиски ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 24 июль 2012
Палдиски ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Палдиски ҡалаһына визиты һәм Ҡала көнө сиктәрендә бында һабантуй үтте. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов байрамда ҡатнашыусыларға сәләмләү хатын ебәрҙе, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Флүзә Хәйруллина.
Палдиски мэры Каупо Каллас билдәләүенсә, беҙҙең халыҡтарҙы ике легендар милли геройҙың трагик яҙмыштары берләштерә: Салауат Юлаев 1775 йылда Эстонияға һөргөнгә ебәрелгән, Эстония Республикаһының беренсе Президенты Константин Пятс 1940 йылда Башҡортостанға ебәрелгән.
Палдискиҙа үткән башҡорт һабантуйы Балтик буйында йәшәүсе барлыҡ ватандаштарҙы бергә йыйҙы. Байрам концертында Эстония эстрадаһы йондоҙҙары, Өфөнөң билдәле «Далан» фольклор-эстрада төркөмө, «Карикакар» эстон бейеү ансамбле, Эстонияның опера театры солисы Виллу Валдмаа сығыш яһаны. Байрамда үткәрелгән төрлө халыҡ уйындары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Сара Салауат Юлаевҡа һәйкәл янында тамамланды. Тимур Мортазин һәм Илнур Хәйруллин Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыны, шағирә Ли Сеппел эстон телендә Салауат Юлаев шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Башҡортостан делегацияһы визиты сиктәрендә ватандаштар менән осрашыу ойошторолдо. Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө