«Парижды ла күрҙек» экспозицияһы эшләй

«Парижды ла күрҙек» экспозицияһы эшләй
Башҡортостандың Милли музейында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә эшләй. «Парижды ла күрҙек» тип аталған экспозиция ике залды биләй.
Тарихҡа күҙ һалғанда, Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Рәсәй ғәскәрҙәре сафындағы башҡорттар даими булмаған атлы ғәскәрҙәрҙә күпселек булған. Улар Бородино яуындағы алыштан алып Парижды яулағанға тиклем хеҙмәт иткән. Уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш иткәнгә француздар башҡорттарҙы «Төньяҡ амурҙары» тип атаған. Музей хеҙмәткәрҙәре тарихи дөрөҫлөктө бар тулылығында яҡтыртыу маҡсатында яу юлдары буйлап йөрөп сыҡҡан, тарихи урындарҙы фотоға төшөрөп алып ҡайтҡан, боронғо китаптарҙы аҡтарған. Диорамаға тауыштар ҙа һалынған, яугирҙар ҡурайҙа һыҙҙыра, майҙанда төтөн тарала, шартлау тауыштары ишетелә. Бында килеүселәрҙең һәр береһе үҙен ошо йылдарға әйләнеп ҡайтҡандай итеп хис итә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb