Полководец Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асылды.

Полководец Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асылды.
Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында Салауат Юлаевтың яуҙашы, иңгә-иң терәп алышҡан көрәштәше, полководец Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асылды. Республика көнө алдынан үткән сарала Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, һәйкәл авторы, рәссам, тарихсы, журналист, Федерация Советы ағзаһы Рафаил Нариман улы Зиннуров ҡатнашты. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы халҡыбыҙ тарихының иң ҡанлы һәм шанлы биттәренең береһе. Тап ошо ихтилалдан һуң, илдең иң аҫыл улдары Балтиҡ диңгеҙе портына һөргөнгә ебәрелә. Уларҙың артынан яуға күтәрелгәндәр һәләк ителә, нәҫелдәре ҡоротола. Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин янында бергә көрәшкән полковник Ҡәнзәфәр Усаевтың да яҙмышы аяныслы тамамлана. Әммә вафат булғанға тиклем тыуған еренә әйләнеп ҡайтырына өмөт менән яна. Ошо арала бөйөк батырҙың рухын ризалап, уның тыуған ерендә һәйкәл асылды. Һәйкәл полимербронзанан ҡойолған. Яугир һәйкәле бер ҡулына Ҡөрьән, икенсеһенә ҡылыс тотҡан. Был уның башта дин әһеле, аҙаҡтан илен яҡлаусы яугир булып китеүенә ишара. Рафаил Зиннуровтың Крәҫтиәндәр һуғышына арналған һәйкәлдәр циклында, Пугачев полковниктары-Кинйә Арыҫлановҡа обелиск - Көйөргәҙе районында, Ҡаранай Моратовты һынландырғаны Стәрлебаш районында урынлашҡан, ә Ҡәнзәфәр Усаев һәйкәле Ҡырмыҫҡалы районында урын алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb