Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«ПониМашка» Рәсәй аҙналыҡ балалар журналы башҡорт әкиәттәрен нәшер итә.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 сентябрь 2015
«ПониМашка» Рәсәй аҙналыҡ балалар журналы башҡорт әкиәттәрен нәшер итә.
«ПониМашка» Рәсәй аҙналыҡ балалар журналы башҡорт әкиәттәрен нәшер итә.
Бай мәҙәни мираҫҡа эйә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында әкиәттәр иң ҙур бүлекте тәшкил итә. Әкиәттәр халҡыбыҙҙың тәрбиә нигеҙе.
Ошо арала «Открытые системы» нәшриәте һәм «ПониМашка» аҙналыҡ балалар журналы Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадына арналған, «Рәсәй халыҡтары әкиәттәре», тип аталған проект башлауы хаҡында билдәле булды.
Проект «ПониМашка» аҙналыҡ балалар журналының бер һанын Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе халыҡтарҙың эпосына бағышлауҙы күҙ уңында тота.
Был ҡыҙыҡлы проекттың маҡсаты — балаларҙы илебеҙҙә көн итеүсе төрлө халыҡтарҙың ижадының иң яҡшы өлгөләре менән таныштырыу, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
Әле «ПониМашка һәм ҡанатлы ат. Башҡорт халыҡ әкиәттәре», тип исемләнгән тематик һан киң ҡатламға һатыуға сығарылған да инде.
Проекттың башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын, балалар тәрбиәһендә файҙалы алымдарҙы яҡтыртҡан һанын әҙерләшеүгә РФ БР-ның тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, шулай уҡ, «Аҡбуҙат» балалар журналы редакцияһы булышлыҡ иткән.
Һанда кескәйҙәр мауыҡтырғыс башҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныша, әкиәттәге Аҡбуҙат менән бергә башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнә ала. Тағы ла, унда кескәйҙәр өсөн үҙенсәлекле хикәйәләр, мәҡәлдәр, иғтибар һәм фекерләү ҡеүәһен арттырыусы йомаҡтар, уйындар урын алған.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө