Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Прагала башҡорт-татар романстары яңғыраны
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 29 июнь 2012
Прагала башҡорт-татар романстары яңғыраны
Чехияның баш ҡалаһында халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Өфөнән Фларида Иркина һәм Динә Хөсәенова сығыш яһаны. Улар операларҙан ариялар менән бер рәттән, башҡорт-татар композиторҙарының әҫәрҙәрен дә башҡарҙы. Фларида ла, Динә лә милли романстарның киләсәге бар, тип үҙ фекерҙәрен еткерә.
Фларида – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты, ә Динә З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһында дүртенсе курста уҡый. Шулай уҡ төрлө бәйгеләрҙә бүләктәр алған ул. Узған йыл декабрь уртаһында Рәсәйҙең Тверь ҡалаһында СССР-ҙың халыҡ артисы А. П. Иванов исемендәге халыҡ-ара йыр бәйгеһендә Фларида ла, Динә лә лауреат исеменә лайыҡ була. БДБ илдәренән һәм Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән барлығы 200-ләп йырсы был сарала ҡатнашырға теләк белдергән, бары тик 42-һе генә бәйге сәхнәһенә үтә алған. Прага халыҡ-ара консерваторияһы профессоры Таһирә Минаҗетдинова Тверҙә жюри төркөмөндә була һәм лауреаттарҙы Чехияның баш ҡалаһына махсус концертҡа саҡыра.
Ҡыҙҙар 21 июнь көндө үткән йыр кисәһендә донъя кимәлендә билдәле операларҙан ариялар менән бер рәттән, татар-башҡорт романстарын да башҡарҙы. Уларҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Фларида Прагала башҡорт халыҡ йыры «Таштуғайҙы», Мансур Мозафаровтың «Һайра, һандуғас», Александр Ключаревтың «Иртәнге йыр» һәм Рөстәм Яхиндың «Китмә, һандуғас» әҫәрҙәрен башҡара. «Таштуғайҙы», «Китмә, һандуғас»ты башҡортса йырлай ул.
Динә Хөсәенова Прага тамашасыһына Заһир Исмәғилевтың «Яҙ һәм гөлдәр», Рөстәм Яхиндың «Һинең өсөн» романстарын тәҡдим итә.
«Башҡорстандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө