Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Премьераға рәхим итегеҙ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 15 ноябрь 2012
Премьераға рәхим итегеҙ!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры быйыл да, һәр ваҡыттағыса тамашасыларын премьералар менән йыш ҡыуандыра. 16-17 ноябрҙә, театрҙа А.Н. Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы үтәсәк. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәренә бер төркөм журналистар менән премьера алды тамашаһын ҡарау һәм спектаклдең ҡуйылышы тураһында үткән пресс-конференцияла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Спектаклдең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шулай : Төп герой Лариса Огудалова — әҙәпле, аҡыллы ҡыҙ бөтә кавалерҙарының мөхәббәтен кире ҡағып ҡалын кеҫәле Паратовҡа үлеп ғашиҡ була. Ләкин уның бирнәһе юҡ... Лариса ҡомһоҙ кешеләр даирәһенә эләгә. Тупаҫлыҡ, алдаҡ, ике йөҙлөлөк упҡынына батҡан, аҡса хакимлыҡ иткән, намыҫ һәм изгелек төшөнсәләренә урын булмаған был донъянан ҡасырға теләй...
“Мең ҡабат ишеткәнсе, бер мәртәбә барып күр” тиҙәр бит. Нимә генә тиһәң дә, күҙҙәргә йәш төйөлдөргән дә, нәфрәт уятҡан да ерҙәре бар тамашаның.
Спектаклдең ҡуйылышы тураһында үткән пресс-конференцияла ҡуйыусы-режиссеры Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты - Олег Закир улы Ханов, Башҡортостандың халыҡ аристкаһы Нурия Ирсаева, актерҙар Азамат Ғафаров һәм Артур Ҡунаҡбаев, ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, балетмейстеры – Сулпан Асҡарова ҡатнашты һәм журналистар һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.
Ни өсөн Островский әҫәренә мөрәжәт иттегеҙ тигән һорауға ҡуйыусы-режиссер Олег Закир улы Ханов былай тип яуап бирҙе:
- Театрыбыҙ сәхнәһендә Көнбайыш драматургтарының, шулай уҡ А.П. Чехов һәм А.Н. Островский кеүек авторҙарҙың классик әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙе сәхнәләштерге килә. Был драманы һайлауыбыҙ осраҡлы түгел. А.Н. Островский урыҫ яҙыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, уның ижады рухы буйынса башҡорт халҡына яҡын. “Бирнәһеҙ ҡыҙ” пьесаһы 1878 йылда яҙылһа ла, ҡеүәтен, тәьҫир көсөн бөгөн дә юғалтмай. Драматург кешенең йәмғиәттәге урыны хаҡында һөйләй, уның күңелен өйрәнә, геройҙарының кисерештәрен уртаҡлаша. Оҙон ғүмерле пьеса беҙҙең көндәрҙә лә ҡыҙыҡлы, актуаль булып ҡала. Әле йәмғиәттә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр көрсөгө тантана итә. “Бирнәһеҙ ҡыҙ” пьесаһының төп геройы Лариса Огудалова — хәҙерге тормоштоң үҙенсәлекле сағылышы. Үҙенең драмаһында А.Н. Островский кешене һәр осорҙа ла борсоған яҡты уйлы, сағыу шәхестәр менән ҡара эслеләр араһындағы көрәш, әхлаҡ мәсьәләләрен күтәрә, – тине.
Ғөмүмән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Бирнәһеҙ ҡыҙ” әҫәренә яңыса, заманса ҡараш һалған. Сәхнә биҙәлеше лә үҙенсәлекле. Аңлы рәүештә ролдәрҙе башҡарыусы артистарҙың исемен атамайбыҙ, театрға барғас улар менән үҙегеҙ танышырһығыҙ. Тамашанан мәхрүм ҡала күрмәгеҙ, өр-яңы премьераға рәхим итегеҙ!
Фотогалереяға күсергә
Автор: Гөлназ Ишемғужина
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө