Бөгөн Өфөлә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Президент шыршыһы үтте. Байрамға район- ҡалаларҙан уҡыу алдынғылары, уҡыусылар араһындағы төрлө олимпиадалар, спорт ярыштары еңеүселәре, бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Байрамға килгән барлыҡ уҡыусыларға президент бүләктәре тапшырылды. Улар өсөн тамашалар, һый- хөрмәт әҙерләнгән.