Рәми Ғариповтың исеме яңғырағанда һәр саҡ күңел тетрәп, йөрәк һыҙлап китә. Шағирҙың: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” – тигән ялҡынлы юлдары һәр кемде, бигерәк тә йөрәгендә халҡы булғандарҙы тағы ла дөрләтеп ебәрә. Шуға ла Рәми Ғарипов исеме милләт тип янған ижад кешеләрен һәр саҡ уйға һала, уның аяныслы яҙмышы тотош халыҡ яҙмышы булараҡ иҫкәртеп, әленән-әле хәтерҙе уятып тора.