Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рәми Ғарипов шиғырҙарын яңғыратып...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 20 май 2013
Рәми Ғарипов шиғырҙарын яңғыратып...
17 май баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тасури һөйләү буйынса марафон үтте. Матур байрамды «Шоңҡар», «Ватандаш» журналдары, «Киске Өфө», «Йәшлек» гәзиттәре, «Юлдаш» йыр-моң каналы һәм Киров районы хакимиәте ойошторҙо.
Тантананы ойоштороусылар шағирҙың шиғырҙары менән астылар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең сығышында был сара бик кәрәкле һәм ваҡытлы, тип билдәләне. Рауил Төхвәт улы марафонды республиканың мәҙәни тормошонда үҙенсәлекле яңылыҡ тип баһаланы һәм киләһе йылдарҙа ла үткәрелһен ине, тигән теләктә ҡалды.
«Халыҡ шағирына – халыҡ иғтибары һәм ихтирамы» девизы аҫтында үткән байрам ысын мәғәнәһендә есеменә тап килә. Был хаҡта мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргәсә Рәми шиғырҙарын бар күңелен һалып башҡарыуҙары һөйләй. Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты Хөрмәт Үтәшевтың, шағирә, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина сығыштары әҙәбиәт байрамына ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне. Был кистә Салауат Юлаев майҙанында шағирҙың төрлө шиғырҙары яңғыраны, тамашасы бөйөк шәхестең тыуған ил, фәлсәфәүи, мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙарын йәнә тыңлап кинәнде.
Тарих бөтәһен дә үҙ урынына ҡуя. Үҙ заманында милләтселектә ғәйепләнеп, күп ауырлыҡтар күргән шағирыбыҙҙың исеме шаңдау булып үҙ халҡына кире әйләнеп ҡайтты. Йыйылған бар халыҡ йылдар аша булһа ла, шағиры алдында баш эйҙе. Күңелдәрҙә Рәми рухы, Рәми моңо йәшәһә, телебеҙ бөтмәҫ, һүнмәҫ, сөнки ул «бер телдән дә кәм түгел».
Марафонды поэтик флеш-моб тамамланы.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө