Республика башлығы “Һуғыш һәм солох. Романды уҡыйбыҙ” тигән әҙәби марафонда ҡатнашты. Ул “Рәсәй-Культура” телеканалы менән ойошторолдо. Марафон барышында Рөстәм Хәмитов Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” романының икенсе томынан өҙөк уҡыны.
Әҙәби проект “Рәсәй-Культура” телеканалында 8 декабрҙән 11-нә тиклем дауам итә. Уның барышында актерҙар, журналистар, спортсылар, сәйәсмәндәр, ябай эшселәр тура эфирҙа “Һуғыш һәм солох” романын уҡый. Сара Әҙәбиәт йылына һәм Лев Толстой әҫәренең тәүге китабы нәшер ителеүенең 150 йыллығына бағышлап уҙғарыла.