Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы юбилейын билдәләне

Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы юбилейын билдәләне

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына 25 йыл. Бөгөнгө көндә Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы Рәсәйҙә хореография профилендәге иң йәш уҡыу йорто булып тора. Унда республика ҡалаларынан ғына түгел, Санкт-Петербург, Мәскәү, Һамар, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең милли төбәктәренән 300-гә яҡын һәләтле бала белем ала.

Ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы кисә 28 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте.

Сарала А.Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы (Санкт-Петербург), Мәскәү дәүләт хореография академияһы, Новосибирск, Красноярск, Пермь ҡалаларының хореография колледждары вәкилдәре, балет тәнҡитселәре, журналистар ҡатнашты.

Юбилей уңайынан колледжда уҡыусылар художестволы етәксе Леонора Ҡыуатова һәм директор Әмир Тойғонов менән ҙур байрам программаһы әҙерләгән. Кисәлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» фольклор ансамбле ҡатнашты.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb