Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 03 апрель 2013
Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике томдан торған көндәлектәре 1968–2009 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Уны уҡып, дүрт тиҫтә йыл эсендә бер кеше яҙмышындағы ғына түгел, республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы мөһим хәл-ваҡиғалар менән танышаһың, үткәндәргә бөгөнгө күҙлектән сығып баһа бирәһең.
Шағир үҙе бына нимә ти:
"Оҙон ғүмер юлымда күпме ғәзиз туғандарымды, серҙәш дуҫтарымды, тоғро юлдаштарымды юғалттым. Ә бына көндәлектәрем һәр ваҡыт янымда. Был серҙәштәремдең һис ҡасан хыянат иткәне юҡ. Шиғри ижадымда, мәҡәләләремдә, ғилми хеҙмәттәремдә, сығыштарымда әйтеп йәки яҙып өлгөрмәгән һүҙҙәремде бына ошо дәфтәрҙәремә теркәп барҙым. Уларҙа төрлө ваҡиғалар уртаһында яҙмышыма уйылған уйланыуҙарым, мине һоҡландырған матурлыҡтар, инандырған изгелектәр, табындырған тоғролоҡтар, һыҙландырған ғәҙелһеҙлектәр, яралаған хыянаттар үҙҙәренең эҙҙәрен ҡалдырған. Юғалтыуҙарым да, табыштарым да, моңһоу шатлыҡтарым да, ҡәҙерле һағыштарым да, йөрәгемдең тибеше, яҙмышымдың һулышы, заманымдың яңғырашы булып, ошо көндәлек биттәрендә нисәмә йыл буйы тупланды".
Хәйер, һүҙ һөйләп, "аш"тың тәмен ебәрмәйек әле. Был көндәлектәрҙе Өфөләге "Белем", "Башҡорт китабы йорто" магазиндарынан алырға була. Шағир донъяһына рәхим итегеҙ!
Автор: С. НӘЗИРОВ
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө