Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе

Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике томдан торған көндәлектәре 1968–2009 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Уны уҡып, дүрт тиҫтә йыл эсендә бер кеше яҙмышындағы ғына түгел, республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы мөһим хәл-ваҡиғалар менән танышаһың, үткәндәргә бөгөнгө күҙлектән сығып баһа бирәһең. 
Шағир үҙе бына нимә ти: "Оҙон ғүмер юлымда күпме ғәзиз туғандарымды, серҙәш дуҫтарымды, тоғро юлдаштарымды юғалттым. Ә бына көндәлектәрем һәр ваҡыт янымда. Был серҙәштәремдең һис ҡасан хыянат иткәне юҡ. Шиғри ижадымда, мәҡәләләремдә, ғилми хеҙмәттәремдә, сығыштарымда әйтеп йәки яҙып өлгөрмәгән һүҙҙәремде бына ошо дәфтәрҙәремә теркәп барҙым. Уларҙа төрлө ваҡиғалар уртаһында яҙмышыма уйылған уйланыуҙарым, мине һоҡландырған матурлыҡтар, инандырған изгелектәр, табындырған тоғролоҡтар, һыҙландырған ғәҙелһеҙлектәр, яралаған хыянаттар үҙҙәренең эҙҙәрен ҡалдырған. Юғалтыуҙарым да, табыштарым да, моңһоу шатлыҡтарым да, ҡәҙерле һағыштарым да, йөрәгемдең тибеше, яҙмышымдың һулышы, заманымдың яңғырашы булып, ошо көндәлек биттәрендә нисәмә йыл буйы тупланды".
Хәйер, һүҙ һөйләп, "аш"тың тәмен ебәрмәйек әле. Был көндәлектәрҙе Өфөләге "Белем", "Башҡорт китабы йорто" магазиндарынан алырға була. Шағир донъяһына рәхим итегеҙ! 
Автор: С. НӘЗИРОВ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb