Республика башлығы шыршы байрамы үтте

Республика башлығы шыршы байрамы үтте

22 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән Республика башлығы шыршы байрамы үтте. Байрамға район- ҡалаларҙан уҡыу алдынғылары, уҡыусылар араһындағы төрлө олимпиадалар, спорт ярыштары еңеүселәре, бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Байрамға килгән барлыҡ уҡыусыларға бүләктәр тапшырылды. Улар өсөн тамашалар, һый- хөрмәт әҙерләнгән.
Дөйөм алғанда, Республика башлығы шыршы байрамы менән республикала Яңы йыл тамашалары ла старт ала. Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтары Яңы йыл байрамына төрлө саралар әҙерләне. Өфө театрҙары, мәҫәлән, балалар һәм өлкәндәр өсөн әкиәттәр һәм тамашалар тәҡдим итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла быйыл премьералар әҙерләгән. 

Тулыраҡ


Фотогалереяға күсергә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb