Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Республика халыҡ ижады үҙәге юбилейын билдәләне
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 16 апрель 2012
Республика халыҡ ижады үҙәге юбилейын билдәләне
14 апрелдә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Республика халыҡ ижады фестиваленең Гала-концерты үтте. Был сара Республика халыҡ ижады үҙәгенең 75 йыллыҡ юбилейына ҡарата үткәрелде.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы тамашасыларға кейеҙ баҫыу, аҫалы балаҫ һуғыу, сигеү, шәл бәйләү, биҙәнеү әйберҙәре эшләү буйынса йәнле күргәҙмә тәҡдим итте. «Беҙҙең тарихыбыҙ» исемле фотоһүрәттәр күргәҙмәһе ҡасандыр үҙәктә эшләп киткән шәхестәр, төрлө саралар хаҡында һөйләне.
Юбилярҙарҙы байрамдары менән ҡотларға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ырымбур, Киров, Липецк, Силәбе өлкәләренән, Коми Республикаһынан иң яҡшы коллективтар килгән ине. Шулай уҡ «Урал моңо», «Дуслыҡ моңо» халыҡ-ара конкурстарында, «Керәшен һыуыҡтары» республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсында еңеүселәр ҡатнашты.
РФ Мәҙәниәт министрлығы исеменән, министрлыҡтың халыҡ ижады бүлеге етәксеһе Галина Фурманова ҡотланы. Сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С. Т. Сәғитов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса Комитет председателе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың күренекле шәхестәре, республиканың төрлө төбәктәренән сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Башҡортостан меңәрләгән үҙешмәкәр коллективы менән дан тота. Бында республиканың Халыҡ ижады йорто белгестәренең дә роле ҙур. Байрам уңайынан БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камила Дәүләтова Республика халыҡ ижады үҙәге коллективы уңғандарына, шулай уҡ уның етәксеһе Байрас Ишберҙинға Почет грамоталары тапшырҙы.
Гөлназ Ишемғужина
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө