11 октябрҙә Өфөлә булыусылар БД Ҡурсаҡ театрының ял көнө тамашаһы-Борис Ходыревтың “Күк диңгеҙ сере”, тип аталған балалар өсөн мажаралы әкиәт тәҡдим ителәсәге хаҡында хәбәрҙар булһын. Әкиәт көнөнә ике тапҡыр: 12.00 һәм 14.00 күрһәтелә.
“Башҡортостан” концерт залында Петр Шеин исемендәге “Өсөнсө быуын” халыҡ театры ҡуйыуында Н. Птушкинаның "Аҡылға бер төрлө", тип аталған спектаклен ҡарарға була.
Комедия киске 18.00 башлана.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры А. Приставкиндың “Тауға алтын болот ҡунғанда”, тип аталған әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға саҡыра.
Һуғыш осорондағы балалар яҙмышын тасуирлаған спектакль театрҙың ҙур залында киске 18.00 башлана.
Рус дәүләт академия драма театрын һайлаусылар А. Островскийҙың “Шашҡан аҡсалар” спектакленең шаһиты буласаҡ.
Аҡса тотҡонона әүерелгән әфәнделәр һәм ханымдар тормошо хаҡындағы спектаклде театрҙың ҙур залында киске 18.00 ҡарай алаһығыҙ.
М. Ғафури исемендәге БДАД театры Н. Ғәйетбайҙың “Бер мәл санаторийҙа” спектаклен күрһәтәсәк.
Өлкән йәштәгеләрҙе хаҡлы ялда ла тормош барлығына ышандырған комедия, шулай уҡ, театрҙың ҙур залында, киске 19.00 башлана.
Ә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры һәм Туймазы татар дәүләт драма театры Республика көнөнә арналған дөйөм ҡала тантаналарында ҡатнаша.