Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Республика Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 19 январь 2012
Республика Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә
Республика Хөкүмәте йортонда билдәле рус рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса кәңәшмә үтте. Быйыл 31 майҙа билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 150 йыл туласаҡ. Үткән йылдың авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юбилейҙы үткәреү буйынса Указға ҡул ҡуйғайны. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов үткәргән кәңәшмәлә юбилейға бәйле төп саралар, Башҡорт дәүләт художество музейы бинаһын реконструкциялау һәм Өфөлә Нестеров исемен мәңгеләштереү мәсьәләләре тикшерелде. Рәссамдың тыуған көнөнә Ленин урамы, 14/16 адресы буйынса урынлашҡан йортта рәссамдың барельефы менән мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы планлаштырыла. Элек был урында рәссам йәшәгән йорт булған. Сентябрҙә Өфөлә бер нисә юбилей сараһы үткәреләсәк, Асыҡ республика балаларҙың художестволы ижады конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Төп саралар башланыуға Ленин урамы менән Ибраһимов бульвары киҫешкән урында «Нестеров скверы» ял зонаһы төҙөкләндереләсәк. Алдағы йылдарҙа шулай уҡ Өфө урамдарының береһенә Нестеров исемен биреү, бөйөк рус рәссамына һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө