Республика Нәжиб Асанбаев менән хушлашты

Республика Нәжиб Асанбаев менән хушлашты
30 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, билдәле драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжиб Вилдан улы (Николай Васильевич) Асанбаев менән хушлашыу сараһы үтте.
Митингты БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Л.С.Ғүмәрова алып барҙы. Унда БР Президенты Р.З.Хәмитов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты Р.Т.Бикбаев, Татарстандың халыҡ шағиры Р.М.Миңнуллин, БР театр эшмәкәрҙәре берлеге етәксеһе Ә.Ә.Әбүшахманов, Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе О.З.Ханов, Баҡалы районы хакимиәте етәксеһе А.Г.Андреев, Салауат башҡорт драма театры директоры Н.Ә.Сәфәрғолова, яҙыусы А.Ш.Мағазов һәм мәрхүмдең ҡыҙы Әлфиә Николай ҡыҙы Асанбаева сығыш яһаны. Улар барыһы ла Нәжиб Вилдан улының илебеҙҙең ысын патриоты, оло шәхес булыуын билдәләнеләр.
Нәжиб Асанбаевтың беҙҙең аранан китеүе башҡорт әҙәбиәте һәм драматургияһы өсөн оло юғалтыу, уның исеме менән театр сәнғәте тығыҙ бәйле. Суҡындырылған татар булыуына ҡарамаҫтан, Нәжиб Вилдан улы үҙен һәр ваҡыт башҡорт яҙыусыһы тип атай. Милли драматургияға индергән өлөшө бер ниндәй үлсәмдәргә лә һыймай.
Автор: Ләйлә Ишморатова. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb