Республика таҡмаҡсылар бәйгеһе

Республика таҡмаҡсылар бәйгеһе

Республика таҡмаҡсылар конкурсы өсөн Башҡортостандың иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба ауыл клубы сәхнәһе һайланыуы бер ҙә юҡҡа түгел. Бында биш йәшлек сабыйҙан алып һикһән йәшлек ир-уҙамандарға тиклем ауыҙ тел-ижадының таҡмаҡ жанрын үҙ итеүселәр йыйылды. Конкурсанттар күҙлегенән ил-көн торошо, бөгөнгө сәйәсәт эҙемтәләре, көнкүрештәге мәрәкәле хәлдәр ҙә ситтә ҡалмаған.
Сәйетбабала бер генә сара ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй. Хаҡлы ялдағыларҙан торған коллективта төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусылар, төҙөүселәр, колхозсылар бар. Замана ағинәйҙәре табын ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарына хас тилберлек һәм етеҙлек менән төртмәле таҡмаҡтар әйтә.

Таҡмаҡ конкурсында Сәйетбаба балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ретро кейемдәрҙә сығыш яһаны. Улар һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында киске уйындарҙа таҡмаҡ әйтеп күңел йыуанысы тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың булмышын сағылдырҙы. Сәхнәгә күтәрелеүсе һәр кем үҙ образы өҫтөндә етди эшләгән. Еҙемҡаран ауылы уҡытыусыһы Рәйсә Хәлилова хәҙерге тормошта осраған етешһеҙлектәрҙе таҡмаҡ сығарып оҫта итеп күрһәтә алды. Яңы ғына һатып алған думбыраны ла эшкә екте. Күңелле таҡмаҡтар тамашаға килеүсе халыҡты бер аҙға булһа тормош мәшәҡәттәренән арындырҙы
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллинаның сығышы бөгөнгө ауыл тормошоноң барлыҡ өлкәләренә лә ҡағылды.Сәсән телле йыраусының сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Иң бәләкәс таҡмаҡсыға ни бары биш кенә йәш. Таҡмаҡтар конкурсына Илһам Рәхимов Ҡаранйылға ауылынан килгән. Беренсе урынға лайыҡ булыусы малайҙы конкурсҡа күмәкләшеп, бөтә ғаиләре менән әҙерләгәндәр.
Сәйетбаба ауылы аҡһаҡалдарының «Аҡбейек» вокал ансамбле сығышы дәртһеҙҙәргә - дәрт, төшөнкөлөккә бирелеп барғандарға- йөрәк осҡоно өҫтәне. Ауылдың терәге булған аҡһаҡалдар йәштәргә лайыҡлы йәшәү, оло йәштә лә әүҙем тормош алып барыу кәрәклеген күрһәтте. Егеттәрсә сәм менән сәхнәлә сығыш яһаусы уҙамандар - Республика таҡмаҡ әйтеү ярышында беренсе урын яуланы.
Халҡыбыҙ ниндәй генә ауыр һынауҙар аша үтмәһен, һәр ваҡыт күңелен таҡмаҡ сығарып йыуатҡан. Тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәрҙән әсе итеп көлгән, таҡмаҡ әйтеп мәрәкәләгән. Тик ниңәлер республика күләмендәге таҡмаҡ конкурсы Ғафури районының йор һүҙле оҫталары сығышы менән генә байытылды. Киләсәктә ауыҙ-тел ижадының таҡмаҡ жанрына ҡараған конкурс ныҡлы уйланылып, үҙ даирәһен киңәйтер тигән өмөттәбеҙ.

Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb