Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Республика вәкилдәре төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресында ҡатнашасаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 20 ноябрь 2012
Республика вәкилдәре төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресында ҡатнашасаҡ
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала, Л.Гумилев исемендәге университетта, 22-23 ноябрҙә төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресы үтә. Уны ойоштороусылар булып Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ), Евразия Яҙыусылар союзы һәм «Алтын Кыран» хәйриә фонды сығыш яһай. Әҙәби форумда донъяның 15 иленән 40-тан ашыу мөхәррирҙең ҡатнашыуы көтөлә. Конгресс «Жулдыз» ҡаҙаҡ әҙәби журналына 90 йыл тулыу айҡанлы ойошторола.
Астанала үтәсәк әлеге конгреста әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтереү, төрки телдәргә тәржемәләр эшләү, әҙәби журналдарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелсәк. Шулай уҡ 2012 йыл өсөн «Төрки донъяһының иң яҡшы әҙибе» премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Конгресс сиктәрендә «Төрки телле әҙәби журналдарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре» исемле түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы исеменән сарала «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоева, «Аҡ Торна» халыҡ-ара конкурсы жюрийы ағзаһы, яҙыусы Марсель Сәлимов, БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов сығыш яһаясаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө