Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Республикала «Кушнаренко таңдары» фестиваль-конкурсы үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 18 сентябрь 2012
Республикала «Кушнаренко таңдары» фестиваль-конкурсы үтәсәк
«Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестиваль-конкурсының һуңғы этабы 21-22 сентябрҙә Кушнаренко ауылында үтә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Бәйгенең һайлап алыу этабы Башҡортостан ҡала һәм райондарында үтте.
— Һуңғы этапта иң яҡшы коллектив исеме өсөн Ҡыйғы, Благовар, Ҡариҙел, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары вәкилдәре көс һынашасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Кушнаренко районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Линура Сәлимова. – Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнәсәк: «Иң яҡшы хореография фольклор коллективы», «Иң яҡшы вокаль фольклор коллективы», «Иң яҡшы инструменталь фольклор коллективы», «Иң яҡшы этнографик фольклор коллективы». Фестиваль-конкурс һөҙөмтәләре буйынса I, II, III дәрәжә лауреат исемдәре бирелә.
«Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға заявкалар 2012 йылдың 19 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Фестиваль Кушнаренко ауылының мәҙәниәт йортонда – 21 сентябрҙә 17 сәғәттә, гала-концерт 22 сентябрҙә 16 сәғәттә башлана.
Сығанаҡ:
"Башинформ"
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө