Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Республикала Поляк мәҙәниәте көндәре башланды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 14 май 2013
Республикала Поляк мәҙәниәте көндәре башланды
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды. Йола буйынса, улар Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр итте «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе Марина Садыҡова.
Быйыл сараларҙа Польша Республикаһының Варминск-Мазурск воеводалығы Олецко ҡалаһы уҡытыусылары — Анна Каролина Шилкевич, Юстина Сломска, Агнешка Лясковска ҡатнаша.
Поляк мәҙәниәте көндәре программаһы сиктәрендә тәүге саралар 12 майҙа башланды. Польша педагогтарын А.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе менән таныштырҙылар. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар концерт программаһын тәҡдим итте. Шулай уҡ Альберт Пенькевичтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә, поляк мәктәбе эшмәкәрлегенә һәм ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Әйткәндәй, мәктәп 2014 йылда үҙенең 15 йыллығын билдәләйәсәк.
Көндөң икенсе яртыһында Польша ҡунаҡтары тарафынан поляк телен һәм мәҙәниәтен уҡытыу методикаһы буйынса курстар ойошторолдо, поляк теле, тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина үткәрелде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға курсты тамамлау тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды.
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре 17 майға тиклем дауам итәсәк. Быйыл улар Өфөлә Рим-католик сиркәүен булдырыуға 150 йыл тулыуға, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Польша Республикаһында Юлиан Тувим йылына арнала, тип хәбәр иттеләр «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенән.
Төп саралар Өфө ҡалаһында, Мишкә, Благовещен, Өфө райондарында үтәсәк. Поляк мәҙәниәте көндәре программаһында — А.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенең презентацияһын үткәреү, төбәктә поляктар тормошона бәйле иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалыу, Башҡортостандың Мишкә районында иҫтәлекле билдә асыу, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында ижади осрашыуҙар һәм асыҡ дәрестәр үткәреү.
Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт үҙәге
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө