Өфөләге Болғар мәҙәни үҙәге башланғысы менән Роберт Йәғәфәров исемендәге премия булдырылды. Был хаҡта «Башҡортостан — Болғар» дуҫлыҡ йәмғиәтенең башҡарма директоры Татьяна Коробова хәбәр итте.
— Премия менән беҙҙең Йәмғиәт тарафынан ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы балаларҙың ижади эштәре билдәләнәсәк, — тип комментарий бирҙе ул. – Тейешле ҡарар премияның ойоштороу комитеты менән ҡабул ителде.
Премия ярҙамында балаларҙың ижадҡа ынтылышын дәртләндереү генә түгел, ә йәш быуынға рәссамдың баһалап бөткөһөҙ мираҫын тапшырыу мөмкинлеген дә бирә, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Роберт Йәғәфәров республиканың танылған үҙешмәкәр рәссамдарының береһе булды. Һөнәре буйынса врач булараҡ ул 20 йыл тирәһе Өфөнөң 13-сө дауаханаһында эшләй. Әммә 1995 йылда медицинаны ҡалдырып, рәсем буйынса махсус белеме булмаһа ла, Роберт Йәғәфәров тулыһынса һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә башлай.
Роберт Йәғәфәров Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО ағзаһы булды. Бөгөн уның эштәре Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфөнөң «Мираҫ», «Урал» галереяларында, Бөрө, Белорет ҡалаларының, «Янғантау» шифаханаһының картиналар галереяһында һаҡлана. Күп кенә эштәрен Америка, Франция, Германия, Норвегия, Төркиә, Малайзия, Израиль һәм башҡа илдәрҙең шәхси коллекционерҙары һатып алған.
Автор: Евгений Рәхимҡолов