Республиканың Хәрби дан музейында Муса Гәрәевтың юбилейы айҡанлы күргәҙмә асылды

Республиканың Хәрби дан музейында Муса Гәрәевтың юбилейы айҡанлы күргәҙмә асылды
Муса Гәрәевтың исеме ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу хәрби осош яһап, дошман илбаҫарҙарын ҡыйратҡан легендар шәхескә быйыл 90 йәш тулған булыр ине. Тарихи дата айҡанлы республиканың Хәрби дан музейында күргәҙмә асылды.
250-нән ашыу хәрби осош, ҡыйратылған йөҙҙәрсә дошман полктары... Муса Гәрәев тәүге батырлыҡтарын яһағанда 23 йәш тә тулмаған була. Энгельс хәрби аваиация мәктәбен тамамлап, 1942 йылда фронтҡа оҙатылған егет беренсе көндән үк ҡыйыулығы менән таң ҡалдыра. ИЛ самолетында күк йөҙөн ҡыйғыр ҡоштай айҡаған летчикты ике йылдан гвардия командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Тар-мар итеү мәлен фотоға төшөрөү бурысы ла тап Муса Гәрәевҡа йөкмәтелә. Ул мәңгеләштергән тарихи мәлдәр хәҙер музейҙағы күргәҙмәлә урын алған. Бында геройҙың шәхси әйберҙәре, документтар һәм башҡа ҡиммәтле экспонаттар һаҡлана. Шулай ҙа иң төп иҫтәлек - халыҡ хәтерендә. Камил Әхиәровҡа герой менән яҡындан аралашыу бәхете тейә. Ул был осорҙо һағынып иҫкә ала, мауыҡтырғыс хәтирәләр ҙә байтаҡ.
Муса Гәревтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмәне асыу тантанаһына геройҙың яҡындары, туғандары саҡырылған.Ҡунаҡтар араһында Муса Гәрәевтың ейәне менән килене лә бар. Әйткәндәй, Муса Ғайса улы тормош юлдашын да фронт һыҙығынан алып ҡайта. Галя Мигунова утлы йылдарҙа летчиктың айырылмаҫ ҡанаты була. Хәрби хеҙмәткә һөйөү уларҙың балаларына ла күсә.
Данлыҡлы улының иҫтәлеген республика халҡы ҡәҙерләп һаҡлай. Муса Гәрәевтың тыуған ауылы Илеш районының Иләкшиҙе мәктәбе герой исемен йөрөтә, яугир хөрмәтенә урамдар, хужалыҡтар аталған, музейҙар эшләй.
Муса Гәрәевтың тере легендаға әйләнеүе осраҡлы түгел. Уның батырлығын бер кем дә ҡабатлай алмай. Тап Муса Ғайса улы ғына бер көндә Советтар Союзының дүрт юғары наградаһы менән бүләкләнә. Герой фронттан ҡайтҡас та лайыҡлы тормош юлы үтә: «Досааф»ты етәкләй, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Быйыл Муса Гәрәевтың беҙҙең аранан китеүенә 25 йыл, әммә уның исеме тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb