Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Режиссёр, педагог, драматург
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Режиссёр, педагог, драматург
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллыҡ ижад юлына байҡау яһаһаң, унда ниндәй генә шәхестәр көс түкмәгән дә ниндәй генә осорҙар кисерелмәгән. Театр ижади яҡтан күтәрелгән дәүер ҙә булған, унан тағы түбән төшкән, шунан башлыҡтар алмашынып, тағы халыҡ араһында дан ҡаҙанып, юғары үрмәләгән. Ҡайһы бер ил етәкселәре, театрҙы директорҙар алға әйҙәй, тип уйлаптыр инде, тәүҙә уларҙы алмаштырған. 95 йыл эсендә ҡырҡ өсләп директор менән эшләгән театр.
Театрҙың тауарын – спектаклдәрҙе – режиссер етәкселегендә артистар әҙерләп сығара. Спектаклде халыҡ ярата икән, тимәк, театр ҙа яҡшы тигән һүҙ. Үкенескә ҡаршы, тамаша барғанда режиссер сәхнә артында ҡала, уның эше генә артистар аша халыҡ хөкөмөнә сыға.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының һуңғы күтәрелеше 70-се йылдарға, режиссер булып Лек Вәли улы Вәлиев эшләй башлаған дәүергә, тура килә. Фәҡәт уның ҡулы аҫтында бер быуын йәш артистар үҫеп сыҡты: Фидан Ғафаров, Заһир Вәлитов, Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Хәнә Минһажева һ. б. Хатта оло быуын артистары ла Лек Вәлиев ҡуйған спектаклдәрҙә яңы һулыш менән уйнай башланы. Ҡайһы бер сәхнә әҫәрҙәренә ике ай буйы билет ала алманы тамашасы. “Тиле йәшлек” спектаклен унар тапҡыр ҡараған тамашасылар бар ине.
Лек Вәли улы Вәлиев Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү ҡалаһының геология институтына уҡырға инеп, “землеустроитель” һөнәренә диплом алып сыға. Тап ошо институтта драмтүңәрәктә ҡатнашып, театр сире йоҡтора ла инде ул. Ошо шөғөлө уға ер үлсәү менән шөғөлләнергә ирек бирмәй. Эшен ташлап, Учалы ҡалаһына юлланырға мәжбүр була, сөнки ата-әсәһе унда күсә. Шунда халыҡ театрында эшләй башлай. Ошо сәнғәткә булған һөйөүе ул саҡтағы Ленинград ҡалаһына белем эстәргә алып китә, ул Театр институтының Товстоногов йыйған курсына режиссерлыҡҡа уҡырға инә. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, тыуған төйәге Башҡортостанға эшкә ҡайта. Лек Вәли улын Салауат ҡалаһындағы башҡорт театрына режиссер итеп тәғәйенләйҙәр. Ул замандарҙа йәш режиссерҙарҙы һынап ҡарау өсөн башта күсмә театрҙарға ебәрәләр ине.
Беҙ уҡыған йылдарҙа ошо театр Өфөгә гастролгә килгәйне. Халыҡ уларҙың спектаклдәренә ағылып йөрөй башланы. Беҙгә, студенттарға, урын юҡ, ҡасып-боҫоп инәбеҙ. Шунда бер ҡыҙыҡ хәл дә булды. Тамашасылар шаулашып, театрҙарҙы алмаштырырға кәрәк: Салауаттыҡын – Өфөгә, бындағыны Салауатҡа ебәрһендәр, тип ҡысҡырҙы. Быны обком вәкилдәре ишеткәндер, моғайын. Сәнғәт усаҡтарын алмаштырманылар, әммә Салауат театрының ике режиссерын да Башҡорт дәүләт академия театрына күсерҙеләр. Вәзих Сәйфуллин – директор, ә Лек Вәлиев режиссер булып килде. Оҙаҡ та үтмәне, 1972 йылда Лек Вәлиев баш режиссер булып китте. Театрға йәш артистар алына башланы, тамашасы ағылды. Лек Вәли улы үҙе лә сәнғәт институтында уҡытып, артистар, режиссерҙар әҙерләне. Уның ҡул аҫтында Назар Нәжми, Рафаэль Сафин кеүек драматургтар үҫеп сыҡты.
“Пьесаларҙы шағирҙар яҙырға тейеш, уларҙа тойғо күп була, ә театр – хис донъяһы”, – ти торғайны ул. Шундай хәлде хәтерләйем: кабинетында бик ҙур ҡайсыһы була торғайны, шуның менән килтерелгән пьесаларҙы киҫкеләп, йәбештереп, артыҡ ерҙәрен ташлап, үҙенә яйлаштырып эшләп алыр ине. Беренсе көн репетицияға килеп инер ҙә:
– Иптәштәр, минең башта спектакль тыуҙы, инде шуны һеҙҙең башҡа һәм күңелегеҙгә һала алһам, шәп буласаҡ, –тип эш башлар ине. Репетиция барышында бөтә пьесаны ятлап алып, артистарға һүҙҙәрен әйтеп ултырыр ине. Берәй артист ауырып китһә, уның ролен сәхнәгә сығып үҙе уйнап ташлай торғайны. Ҡайһы бер артистар ул ҡуйған бурыстарҙы аңлай алмаһа, уйнап та күрһәтеп ебәрер булды. Уның иң ҡурҡҡаны – артистың гел бер төрлө алымдар менән уйнауы. “Штамп” тиҙәр театр телендә. Артисҡа ошо ауырыу йоҡмаһын өсөн, Лек Вәли улы уларға төрлө ролдәр бирә торғайны.
Шамил Рәхмәтуллин тигән артисыбыҙ бик шәп комик ине, ул сәхнәгә сығыу менән тамашасы көлә башлай. Бер заман Лек Вәлиев М. Кәримдең “Йырланмаған йыр” пьесаһын ҡуйҙы. Унда төп герой ҡала партия ойошмаһының икенсе секретары – бик етди кеше. Лек Вәлиев ошо ролде Шамил ағайға бирмәһенме! Беҙ аптыраныҡ, хатта: “Ниңә улай иттегеҙ?” – тип һораныҡ. “Шамилдан етди артист яһайым”, – тине ул. Беҙ быға бик ышанып бөтмәгәйнек, беренсе спектаклдә Шамил ағай сәхнәгә сығыу менән, халыҡ көлөп ебәрҙе. Спектакль харап була тип уйланыҡ, ләкин артабан тамашасы тынысланып, геройҙы етди ҡабул итте. “Бына булдыра алдың бит!” – тип маҡтап китте Лек Вәлиев Шамил ағайҙы.
Ижадының һуңғы осоронда үҙе лә пьесалар яҙа башланы ул. “Париж егете Әлфәнис” комедияһы, “Муйыл һалҡыны” драмаһы һәм башҡа пьесаларын әле лә театрҙарҙа уйнайҙар. Уның ҡуйған спектаклдәре – М. Кәримдең “Салауат”, Н. Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша”, С. Айытматовтың “Әсә – ер-әсә”, “Хуш, Һарыгөл”, Н. Хикмәттең “Онотолған әҙәм” – театрҙың алтын фонды.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Лек Вәлиевтең һәр бер спектакле уңышлы булды, тип әйтеү мөмкин түгел. Әйтәйек, Назар Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” спектаклен беҙ хөкүмәт комиссияһына өс тапҡыр тапшырҙыҡ (ул саҡта спектаклдәрҙе комиссия ҡабул итә ине). Һуңғы мәртәбә бик ныҡ үҙгәртеп яҙғандан һуң ғына тамашасыға сыҡты ул. Лек Вәли улы эксперименттарҙан һис ҡурҡманы, шул арҡала тәнҡиткә лә юлыға торғайны.
Ижадта төрлө бәхәстәр, хатта талашып китеүҙәр ҙә була, сөнки һәр кемдең донъяға ҡарашы үҙенсә. Әммә Лек Вәлиев бер ваҡытта ла кенә ҡыуып, үс алып йөрөй торған режиссер, етәксе түгел ине. Иртәгәһенә килер ҙә: “Мин уйланым да, һеҙ хаҡлы икән”, – тип үҙ хатаһын танырға көс табыр ине.
Беҙ, уның ҡул аҫтында эшләп үҫкән артистар, осрашҡан һайын режиссер-остазыбыҙҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Бөгөнгө йәш режиссерҙар уның эшләү ысулын өйрәнһен ине. Үкенесле, шундай шәхестәребеҙҙең ҡәҙерен иҫән саҡтарында баһалап бөтөрмәйбеҙ шул….
Автор: Әхтәм АБУШАХМАНОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан гәзите".
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө