Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала шағир Риф Тойғондоң уҡыусылар менән осрашыуы үтте.
Сараға халыҡ күп килгәйне. Улар араһында республика ауылдары мәктәптәренең уҡытыусылары ла булды. Ысын шиғриәт бер кемде лә битараф ҡалдырмай, был йәһәттән Тойғон ижады, уҡытыусыларға, бигерәк тә яҡын. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә быйыл сыҡҡан “Мөхәббәттән донъя ҡотайыр” тигән сувенир йыйынтығында ла уның бөгөнгө менән мәңгелектең аҫыл ҡиммәттәрен һыйҙырған кинәйәле фәлсәфәһе күңелгә хуш килә.
Осрашыуҙа китапхана директоры Азат Ибраһимов, Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән консультанты Рәшит Низамов, яҙыусы Ринат Камал, шағирҙар Николай Грахов менән Лилиә Һаҡмар һәм башҡалар, Тойғон ижады хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Йәш шағирҙарҙан Зиниә Байназарова менән Фәрит Әхмәт тә, шиғырҙарына ҡушып, үҙҙәре башҡарыуында моңло йырҙар бүләк итте.
Йыр-моң, бейеү һәм шиғыр менән һуғарылған сарала шағир Тойғондоң тормошона, ижад юлына ҡағылышлы слайд-шоу, «Тойғоларға бай ижад» тигән китаптар күргәҙмәһе
барыһының да күңеленә хуш килде.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы