Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Риф Тойғонов БР Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 19 март 2012
Риф Тойғонов БР Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланды
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Яҙыусылар союзының ХVI сираттан тыш съезы үтте. Унда республикабыҙҙың Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камила Дәүләтова, шулай уҡ төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
— Йәмәғәтселектең аңын булдырыуҙа, халыҡтың донъяһын байытыуҙа әҙиптәрҙең өлөшө ҙур, — тине сәләмләү һүҙендә Камила Йәүҙәт ҡыҙы. — Һеҙҙең һәр һүҙегеҙ кешеләрҙе үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында уйланырға, киләсәкте хәстәрләргә, йәшәүҙең мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам итә. Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән осорҙа ла күп милләтле республикабыҙ халҡына һеҙҙең китаптарығыҙ иң әхлаҡи ҡиммәттәрҙән һанала.
2011 йылдың 15 апрелендә ойошманың ХV съезы үткәйне. Унда Азамат Юлдашбаев Союздың рәйесе итеп һайланғайны. Әммә бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, рәйесте һайлау процедураһында юридик хилафлыҡҡа юл ҡуйылыуы асыҡланды. Шул сәбәпле Азамат Юлдашбаев был вазифанан баш тартты.
Ҡағиҙә буйынса, Союз ағзалары биш йылға бер йыйылып, мөһим мәсьәләләрҙе ҡарай, шулай уҡ ойошманың яңы рәйесен һайлайҙар.
Ике йыл рәттән әҙиптәрҙең ҡорға саҡырылыуы — ойошма тарихында булмаған хәл. Яҙыусылар союзының рәйесен һайлау төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Шулай уҡ Уставҡа үҙгәртеүҙәр индереү ҙә көн тәртибендә булды.
Йыйылыш үтә йәнле барҙы. Идара тәҡдим иткәндәрҙе кире ҡағып, үҙ фекерен белдереүселәр ҙә аҙ булманы. Был йәһәттән Башҡортостан Яҙыусылар союзын демократик ойошма тип әйтергә булалыр.
Мәҫәлән, яҙыусы Йыһат Солтанов көн тәртибенә Союздың идара ағзаларын тулыһынса ҡабаттан һайлауҙы тәҡдим итте. Быны ул элекке ҡорҙоң ашығыс үтеүе менән аңлатты. Риф Мифтахов та үҙ фекерен әйтмәй ҡалманы.
Съезд барышында резолюция ҡабул ителде. Унда әҙиптәргә йәмғиәттә тейешенсә иғтибар булмауы, матди торошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Идара рәйесе итеп күпселек тауыш менән Риф Тойғон һайланды.
Сығанаҡ:
«Башҡортостан»
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө