Роберт Юлдашев һәм Зилиә Бәхтиева Магнитогорск ҡалаһында концерт менән сығыш яһай

Роберт Юлдашев һәм Зилиә Бәхтиева Магнитогорск ҡалаһында концерт менән сығыш яһай
5 апрель Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм талантлы йырсы, «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе, «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурс лауреаты Зилиә Бәхтиева концерт менән сығыш яһаясаҡ. Тамаша Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге һәм «Салауат» Башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында үтә.
Роберт Юлдашев ҡурай моңон ботә донъяға таратҡан, уның бәҫен арттырған музыкант. Республиканан ситтә лә ул бик билдәле, уның Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Владимир Спиваков, Николай Носков, Пелагея, Гарик Сукачев, Борис Гребенщиковтар менән хеҙмәттәшлек итеүе күпте һөйләй.
Зилиә Бәхтиева эстрадаға ҡыйыу аҙымдар менән килеп инде һәм моңло тауышы, мәғәнәле йырҙары менән тамашасы күңеленә юл тапты. Уның хаҡында бик өмөтлө йырсы, тиҙәр.
Хөрмәтле милләтәштәребеҙ, йыр-моң һөйөүселәр! Бары бер көн генә булған тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb